НИМӘ тураһында хәҡиҡәтте? Кешеләрҙе боронғо замандан борсоған һорауҙарға яуаптарҙы. Һеҙ ҙә бындай һорауҙарға яуап эҙләйһегеҙҙер:
Был һорауҙарға яуапты ҡайҙан эҙләргә? Китапханала йәки китап магазинында был һорауҙарға яуап бар тип әйтелгән меңләгән китап күрә алаһығыҙ, әммә йыш ҡына ул китаптарҙағы яуаптар бер-береһенә ҡаршы килә. Ә ҡайһыларында ысынлап та дөрөҫ яуап бар кеүек, әммә тиҙҙән был китаптар иҫкерә, һәм уларҙы үҙгәртеп сығаралар йәки яңы китаптар яҙалар.
Шулай ҙа бер китапта үҙгәрмәй торған һәм ышаныслы яуаптар бар. Был хәҡиҡәт китабы. Fайса пәйғәмбәр Аллаға доға ҡылғанда: «Һинең һүҙең — хәҡиҡәт»,— тигән (Яхъя 17:17). Алланың Һүҙе — ул Изге Яҙмалар китабы. Һәм һеҙ, сираттағы биттәрҙе уҡып, өҫтә килтерелгән һорауҙарға Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән асыҡ, дөрөҫ яуаптар алырһығыҙ.
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Беҙ мәрхәмәтһеҙ һәм гәҙелһеҙ донъяла йәшәйбеҙ. Күп диндәрҙә, кешеләргә ғазаптарҙы Алла бирә, тип өйрәтәләр.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Алла бер ҡасан да яуызлыҡ эшләмәй. «Хаҡ Алла дөрөҫ булмағанды эшләй алмай һәм Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе гәҙелһеҙлек эшләй алмай»,— тип әйтелә Изге Яҙмаларҙа (Әйүп 34:10). Алланың кешеләргә ҡарата иҫ киткес ниәте бар. Бына ни өсөн Fайса беҙҙе: «Күктәге Атабыҙ!.. Күктәге кеүек, ерҙә лә Һинең ихтыярың ғәмәлгә ашһын»,— тип доға ҡылырға өйрәткән (Маттай 6:9, 10). Алла, үҙ ниәтен үтәр өсөн, бик ҡиммәтле ҡорбан килтергән — ул беҙҙе шул ҡәҙәр ныҡ ярата (Яхъя 3:16).
Шулай уҡ Яратылыш 1:26—28; Яҡуп 1:13 һәм 1 Петер 5:6, 7 не ҡарағыҙ.
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Һуғыштарҙа күп кешеләрҙең ғүмере өҙөлә. Кешеләр кисергән ғазаптар бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмай.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Алла бөтөн ер шарында тыныслыҡ урынлаштырырға вәғәҙә итә. Хоҙай ер менән идара итә башлағас, кешеләр «һуғышырға өйрәнмәйәсәк». Киреһенсә, улар «ҡылыстарынан сүкеп төрәндәр яһаясаҡтар» (Ишағыя 2:4). Алла бар ғәҙелһеҙлекте һәм ғазаптарҙы юҡ итәсәк. Инжилдә бындай вәғәҙә яҙылған: «[Алла] уларҙың һәр күҙ йәшен һөртәсәк һәм үлем, ҡайғы, әсе тауыш, ауыртыу башҡа булмаясаҡ. Сөнки әүәлге [шул иҫәптән ғәҙелһеҙлек һәм ғазаптар] үтеп китте» (Асылыш 21:3, 4).
Шулай уҡ Мәҙхиә 36:10, 11; 45:10; 71:7 не ҡара.
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Күп диндәрҙә, кеше үлгәс, уның ниндәйҙер бер өлөшө йәшәүен дауам итә, тип өйрәтәләр. Ҡайһы берәүҙәр үлгән кешенең зыян килтерә алыуына ышана. Йәки улар, Алла насар кешеләргә яза бирә — уларҙы утлы тамуҡта мәңге ғазаплай, тип уйлай.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Кеше, үлеү менән, йәшәүҙән туҡтай. «Үлеләр бер нәмә лә белмәй»,— тип яҙған Сөләймән пәйғәмбәр (Вәғәзсе 9:5). Үлеләр бер нәмә лә белмәй, һиҙмәй һәм кисерә алмай, шуға күрә улар зыян да, файҙа ла килтерә алмайҙар (Мәҙхиә 145:3, 4).
Шулай уҡ Яратылыш 3:19 һәм Вәғәзсе 9:6, 10 ды ҡара.
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Кеше йәшәргә, яратҡан яҡындары менән бергә шатланып йәшәргә теләй. Шуға күрә беҙ үлгән яҡындарыбыҙҙы ҡабаттан күрергә теләйбеҙ.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Үлгән кешеләрҙең күпселеге терелтеләсәк. Fайса пәйғәмбәр: «Ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһе... сығасаҡ»,— тип вәғәҙә биргән (Яхъя 5:28, 29). Алланың башланғыс ниәте буйынса, был кешеләргә ожмах ерендә йәшәргә мөмкинлек биреләсәк (Лүк 23:43). Аллаға тыңлаусан кешеләрҙең шулай уҡ сәләмәтлеге камил буласаҡ, һәм улар мәңге йәшәйәсәк. Зәбур китабында: «Fәҙелдәргә мираҫ итеп ер бирелер, һәм улар унда мәңгегә йәшәрҙәр»,— тип әйтелә (Мәҙхиә 36:29).
Шулай ук Яхъя 11:25; Лүк 7:11—17; Рәсүлдәр 24:15 те ҡара.
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Һәр бер диндә тиерлек кешеләр доға ҡыла. Әмма күптәр доғалары яуапһыҙ ҡалғанын һиҙә.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Fайса беҙҙе доға ҡылғанда ятланған һүҙҙәрҙе ҡабатламаҫҡа өйрәткән. «Доға ҡылғанда,— тигән ул,— буш һүҙҙәр әйтмәгеҙ» (Маттай 6:7). Алла доғаларыбыҙҙы тыңлаһын өсөн, беҙ уның талаптарына тура килтереп доға ҡылырға тейеш. Ә бының өсөн беҙгә, Алланың ихтыярын белеп, уның ихтыяры буйынса доға ҡылырға кәрәк. Инжилдә: «Беҙ Алланың ихтыяры буйынса нимә генә һораһаҡ та, Ул беҙҙе тыңлай»,— тип әйтелә (1 Яхъя 5:14).
Шулай уҡ Мәҙхиә 144:18; Яхъя 14:6; 1 Яхъя 3:22 не ҡара.
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Күп кешеләр аҡса, дан йәки матур булыу уларҙы бәхетле итәсәгенә ышана. Шуға күрә улар аҡса, дан артынан ҡыуып йәшәй йәки матур булыр өсөн күп тырышлыҡ һала, әммә бәхет кенә тапмайҙар.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Рухи яҡтан фәҡирҙәр бәхетле»,— тигән Fайса һәм шуның менән бәхетле булыр өсөн нимә кәрәк икәнен күрһәткән (Маттай 5:3). Алла тураһында һәм уның беҙгә ҡарата ниәте тураһында белеү бик мөһим. Был ихтыяжыбыҙҙы ҡәнәғәтләндереп кенә — ундай белемде Изге Яҙмаларҙан алып — ысын бәхет табып була. Шулай итеп, нимә ысынлап та мөһим, ә нимә мөһим түгел икәнен аңлаясаҡбыҙ. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә һәм төрлө эштәр башҡарғанда, Изге Яҙмаларҙан алынған белем буйынса эш итһәк, күпкә мәғәнәлерәк тормош алып барасаҡбыҙ (Лүк 11:28).
Шулай уҡ Fибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6, 13—18; 1 Тимутегә 6:9, 10 ды ҡара.
Беҙ Изге Яҙмаларҙан нибары алты һорауға ғына яуап ҡарап сыҡтыҡ. Тағы ла күберәк белергә теләйһегеҙме? Һеҙ ҙә «рухи яктан фәҡир» икән, һис шикһеҙ, күберәк белгегеҙ килер. Һеҙ, бәлки, бындай һорауҙарға яуап алырға теләрһегеҙ: «Алла беҙҙе ярата икән, ни өсөн ул шул хәтле күп яуыз эштәргә һәм ғазаптарға юл ҡуйған? Fаилә тормошон яҡшы яҡҡа нисек үҙгәртергә?» Изге Яҙмаларҙа был һәм башҡа күп һорауҙарға тулы һәм ҡәнәғәтләнерлек яуаптар бар.
Әммә бөгөн күптәр Изге Яҙмаларҙан яуаптар эҙләмәй. Улар уны бик ҡалын һәм аңлауы ауыр булған китап тип һанай. Һорауҙарығыҙға Изге Яҙмаларҙан яуап тапҡығыҙ киләме? Йәһәвә Шаһиттары һеҙгә ярҙам итергә теләй.
Беренсенән, улар һеҙгә «Һин Алланың дуҫы була алаһың!» тигән брошюра тәҡдим итә. Был брошюра эштәре күп булған кешеләргә Изге Яҙмаларҙан мөһим һорауҙарға дөрөҫ яуап алырға булыша. Икенсенән, Йәһәвә Шаһиттары өйҙә түләүһеҙ Изге Яҙмалар өйрәнеүе үткәрәләр. Уларҙың береһе өйөгөҙгә килеп йәки башҡа яраҡлы урында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәр аҙна Изге Яҙмаларҙы һеҙҙең менән өйрәнә ала. Ундай өйрәнеү ер шарында йәшәгән миллионлаған кешегә файҙа килтергән. Уларҙың күпселеге бер ҙә шикләнмәйенсә: «Мин хәҡиҡәтте таптым!» — тип әйтә ала.
Изге Яҙмаларҙағы хәҡиҡәт — ҡиммәтле хазина. Был хәҡиҡәт беҙҙе төрлө хөрәфәттәрҙән, билдәһеҙлектән, ҡурҡыуҙан азат итә һәм беҙгә өмөт бирә, тормошобоҙҙо маҡсатлы һәм шатлыҡлы итә. «Хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм хәҡиҡәт һеҙҙе ирекле итер»,— тигән Fайса (Яхъя 8:32).
Опубликовано в 2008 году |